В начале июня на площадке нашего детского сада прошел фольклорный праздник – “Кәкүк сәйе”

Кәкүк сәйе — йылдың уңышлы килеүен теләп, борон-борон замандан үткәрелә торған байрам йолаһы. Ул ғәҙәттә май-июнь айында үткәрелә.

Иртәгә кәкүк сәйенә сығабыҙ тигән көндө малайҙар, өйҙән өйгә йөрөп, аҙыҡ-түлек, һый йыя. Уларға хужабикәләр тәм-том, төрлө ризыҡтар биреп сығара, ошо ризыҡтан байрам табыны, самауыр ҡайнатып сәй әҙерләнә.

Беҙҙең балалар баҡсаһында ла был йола байрамы уҙғарылды. Унда өлкән төркөм балалары ҡатнашты. «Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны», «Наза», «Өсөнсөбөҙ — артыҡ», «һәпәләк» тигән һәм ҡыуышып, хәрәкәтләнеп уйнай торған уйындар өҫтөнлөк итте. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡынылар. Аштан һуң уйын яңынан башланды. Ҡунаҡҡа кәкүк үҙе лә килде. Был юлы сиратлашып кәкүктән йәш һоранылар, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярыштылар. Байрам күңелгә хуш килде!

DSCN7765DSCN7764